0 °С
Облачно
VKOKМакс

Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән

Кейеҙ баҫыу - боронғо кәсеп. Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, күптәнге ниәттәрен тормошҡа ашырып, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ - кейеҙ баҫыу йолаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгәнҠыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән
Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән

X синыфта уҡыған ҡыҙҙар ҙа был тәҡдимгә ихлас ҡушылған. Үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ауылдың ағинәйен - Хәсибә инәй Ибәтуллинаны саҡырғандар. Ул ҡыҙҙарға кейеҙҙең файҙаһы, ҡайҙа, нисек ҡулланып булыуы тураһында бик күп мәғлүмәттәр еткергән.

Кейеҙ көнкүрештә, малсылыҡта киң ҡулланылған. Бәләкәй балаларҙың аҫтына аҡ кейеҙ түшәлгән. Урманға эшкә барғанда ла түшәргә кейеҙ алып сығыр булғандар. Йөн, сайыр еҫенә йылан килмәй тигән ышаныуҙар булған. Йәш киленгә бирнә итеп аҡ кейеҙ, сергетыш биреп оҙаткандар. Аҡ төҫ - тыныслыҡ, өмөт, аҡлыҡ, сафлыҡ төҫө һыналған.
Кейеҙ баҫыу барышында оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар нисек йөндө тигеҙ итеп һалырға, баҫырға, ниндәй биҙәктәр менән биҙәргә өйрәнеп ҡайтҡан. Айырыуса уҡыусы ҡыҙҙарҙың да ҙур теләк менән яңы һөнәр үҙләштереүе, үҙ ҡулдары менән кейеҙ баҫып ҡарауы ҡыуандыра.

Ә бындай дәрестәр  — халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡлауҙың иң матур юлы. Бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе үткәргән Хәсибә инәйгә һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә афарин тиергә генә ҡала.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Бөрйән районы.

Сығанаҡ һәм фото: tanburz.ru

 

Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән
Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән
Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән
Ҡыҙҙар кейеҙ баҫырға өйрәнгән
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас