Дуҫтар, «Йәншишмә»нең быйылғы тәүге һанын күргәс: «Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премия быйыл бер кемгә лә бирелмәйме икән ни?» – тип аптырап та ҡалғанһығыҙҙыр әле. Ә беҙ үҙебеҙсә сюрприз яһарға булдыҡ.
Быйылдан был премияға лайыҡ булған уҡыусының исемен гәзитебеҙҙең тыуған көнө, йәғни 12 февралдә иғлан итәсәкбеҙ. Әүҙем, матур-матур мәҡәләләре менән ҡыуандырып тороусы уҡыусыларыбыҙ йыл да табылып ҡына тора. Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Сәлимә Дәүләтшина ла – ана шундайҙарҙың береһе. Беҙ унан көн дә тиерлек хаттар алдыҡ. Сәлимә төрлө яҡлап та килгән тырыш, өлгөр ҡыҙ инде. Яҡшы уҡый, мәктәптәрендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ниндәй генә еңеүҙәр яуламаған! Республика бәйгеләрендә лә көсөн һынап ҡараған һәм призлы урындар алған.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй, тигәндәй, быйыл ул гәзитебеҙҙең «Йәш хәбәрсеһе» тигән танытмаһын алып ҡыуанды. Әле бына «Йәншишмә» гәзите булдырған Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премия ла Сәлимә Дәүләтшинаға тапшырыласаҡ. Ҡотлайбыҙ!