-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
10 Март 2018, 13:12

«Сулпан»дар килде Өфөгә

Республикабыҙҙа берҙән-бер балалар театры бар, исеме уның – «Сулпан». Күптән түгел Өфөнөң йәш тамашасыларына ла ошо коллективтың яңы спектаклен ҡарау бәхете тейҙе.

Спектаклдән һуң.
Спектаклдән һуң.
Республикабыҙҙа берҙән-бер балалар театры бар, исеме уның – «Сулпан». Күптән түгел Өфөнөң йәш тамашасыларына ла ошо коллективтың яңы спектаклен ҡарау бәхете тейҙе.

Сибайҙар белорус драматургы Сергей Дмитриевтың «Байлыҡ эҙләгәндә йәки отошло эш» тигән әҫәрен сәхнәләштергәйне. Ул мажараларға бай һәм шул уҡ ва­ҡытта уйланыр­ға мәжбүр итә. «Сул­пан» был спектаклде «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театр­ҙары» проекты буйынса ҡуй­ған.

Йөкмәткеһе тураһында белгегеҙ киләме? Геройҙары – ике уңыш­һыҙ пират, күберәк тамашасылар тураһында хыялланған ил гиҙеүсе ярлы цирк артис­тары һәм бер тапҡыр бул­һа ла цирк ҡарарға теләгән етем ҡы­ҙыҡай. Билли һәм Джонни бәләкәйҙән атай-әсәй­һеҙ ҡалып, ошо хәлгә төш­кән, әммә уларҙың холҡо бигүк насар түгел. Тик бына бәләгә тарығас, бер кем дә үҙҙәренә тәрбиәгә алып ҡарарға теләмәгән, шуға ла урам йо­ғонтоһона бирелгәндәр. Кеше таларға ла өйрәнгәндәр. Улар байлыҡ эҙләүҙе уңайлы юл тип уйлай. Ә етем ҡыҙыҡай Джой­ҙа хазина йәшерелгән урындың картаһы була. Шул арҡала әллә күпме мажараларға тарып бөтәләр.

Аҙаҡ хазина ла табыла, әммә уны бер кем дә үҙе­нә генә алырға теләмәй. Уртаҡ байлыҡ була бит. Ә берәҙәк егеттәр һәм етем ҡыҙыҡай циркта эшләргә теләүҙәрен белдерә. Шулай итеп, һәр кем үҙ урынын таба.

Спектаклдең ҡуйыусы-режиссёры – Нәркәс Искәндәрова. «Сулпан» театры артистары ролдәрен оҫта, бик килештереп башҡарҙы. Уңайы сыҡһа, ҡарамай ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Читайте нас: