Күмертауҙағы балалар йортонда «Автоҡаласыҡ» асылды. Яңы инклюзив балалар майҙансығы юл билдәләре, светофорҙар һәм йәйәүлеләр өсөн юл менән йыһазландырылған. Бында ҡыҙҙар, малайҙар юл ҡағиҙәләрен дә өйрәнә ала. Әлеге майҙансыҡтың биҙәлеше һәм элементтары балалар йорто етәкселеге менән берлектә 4-тән 10 йәшкә тиклемгеләр һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн һайланған. Барлыҡ йыһаздар ҙа талаптарға тура килә һәм уларҙың халыҡ-ара сертификаты ла бар.