+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
12 Октябрь 2018, 15:12

Һөйөнсө!

Мәүлит Ямалетдин етәкселегендә «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды ярҙамы менән быйыл Белорет ҡалаһында уҙған «Илһам» балалар ижады фестиваль-конкурсының әҙәби-нәфис баҫмаһы – «Өлкәр» альманахы донъя күрҙе.

Мәүлит Ямалетдин етәкселегендә «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды ярҙамы менән быйыл Белорет ҡалаһында уҙған «Илһам» балалар ижады фестиваль-конкурсының әҙәби-нәфис баҫмаһы – «Өлкәр» альманахы донъя күрҙе. Унда бәйгелә еңеү яулаған уҡыу­сыларҙың иң яҡшы шиғыр­ҙары, хикәйәләре һәм әкиәттәре ингән. Белорет, Бөрйән, Учалы төбәктәрендәге йәш авторҙарҙың яҙмаларынан тыш, Әбйәлил районынан Ғамир Заһретдинов (Байым мәктәбе), Зәлиә Сәғәҙәтова (Ҡыр­ҙас), Нәсимә Нәбиуллина (Яңы Балапан) һәм Илнара Бәшәроваларҙың да (Ташбулат) ижад емештәре бар. Афарин, әбйәлилдәр!

Зөһрә КАШАПОВА, «Йәйғор» әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Әбйәлил районы.

Ауылым

Ауылымда рәт-рәт булып
Йорттар теҙелгән.
Әйтерһең, ҡояш нурҙары
Ергә һибелгән.
Баҡсаларҙа аллы-гөллө
Сәскәләр үҫә.
Гүйә, шул сәскәләр төҫө
Күңелгә күсә.
Нурҙар һибеп, балҡып тора
Ауыл урамы.
Күңелемә яҡын хатта
Уның туҙаны.
Һәр бер өйө, һәр тәҙрәһе
Ҡарай йылмайып.
Унда йәшәй ауылдаштар,
Ерҙән дәрт алып.
Ғамир ЗАҺРЕТДИНОВ.

Ерем биҙәге

Ата-бабам, илен һаҡлап,
Ҡайнар ҡанын ҡойған ер;
Ул бит минең тыуған илем,
Күп батырҙар тыуған ер.
Сылтырап аҡҡан шишмәләре –
Һандуғастар төйәге.
Ҡалын-ҡалын урмандары –
Ул бит ерем биҙәге.

Зәлиә СӘҒӘҘӘТОВА.

Аҡ ҡағыҙ бите

Шағир өсөн ап-аҡ ҡағыҙ бите
Ябай түгел – алтын хазина.
Ошо ябай бер ҡағыҙға уның
Күпме уй-хистәре яҙыла!
Диңгеҙ кеүек уйҙар ағылалар,
Мәғәнәһе төптә, бик тәрән.
Мин дә бит шул тәрән диңгеҙҙәрҙә
Әлегә тик кәмә йөҙҙөрәм.
Бәлки, ошо кескәй кәмәләрем
Әүерелер ҙур-ҙур карапҡа.
Тик әлегә кәмә йөҙҙөрәмен,
Аҡһын улар алыҫ тарафҡа.

Нәсимә НӘБИУЛЛИНА.

Ватаным

Әйтегеҙсе, ҡайһы илдә
Ҡаялар шулай бейек?
Унда йәшәй татыу халыҡ,
Кешеләр шундай бөйөк!
Бында иң гүзәл тәбиғәт,
Мәмерйә тарих һөйләй.
Башҡорт ҡурайы кешегә
Илдең үткәнен көйләй.
Баш ҡалаһы шундай матур,
Һәйкәле менән ул дан!
Ул бит минең тыуған ерем,
Ватаным Башҡортостан!

Ҡоштар булһам…

Ҡоштар булһам, осор инем
Ҡыуышып елдәр менән;
Сәләм биреп уҙыр инем
Танышып илдәр менән.
Сикһеҙ йыһан тик минеке,
Күк йөҙө – зәңгәр тәхет.
Бар юлдар ҙа миңә асыҡ –
Бына ҡайҙа ул бәхет!
Азатлыҡ рухы күңелдә,
Болоттар кәртә түгел.
Бар донъя, йыһан минеке,
Алға ашҡына күңел!

Илнара БӘШӘРОВА.
Читайте нас: