3 мең тираж менән сығарылған сағыу йылъяҙманы әҙерләүгә «Урал» ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары Нияз Мәһәҙиев, журналист Азамат Мәһәҙиев, гәзитебеҙҙең ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина, фотохәбәрсе Игорь Киняпин, рәссам-дизайнер Рөстәм Илтенбаевтар ҙур тырышлыҡ һалды. Рәхмәт уларға.
Башҡортостандың 100 йыллығына арнап сығарылған был иҫтәлекле календарь менән гәзитебеҙҙең иң яҡын дуҫтары, «Йәншишмә» үткәргән төрлө сараларҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнашыусылар бүләкләнәсәк.