+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
5 Ғинуар 2019, 20:14

Беҙҙең лауреаттар

Гәзит сығарыу бер кешенең генә хеҙмәте түгел. Уны күмәкләп, уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп әҙерләйбеҙ.

Ошо уңайҙан өлкән авторҙарыбыҙ – Айгөл Йәһүҙина, Илзирә Ғарифуллина, Любовь Оснач, Сәлиә Әхмәтшина, Элеонора Сәйетгәрәева (Өфө), Флүрә Шакирова (Белорет), Райхана Булатоваларға (Баймаҡ) оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. «Йәншишмә»не алдырып уҡығандарға был исемдәр, әлбиттә, таныш. Улар – барыһы ла китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм йыл буйына әүҙем яҙышып торҙолар. Гәзитебеҙҙе бергәләп сығар­ҙыҡ. Шулай уҡ даими рәүештә уҡыу­сыларының мәҡәләләрен, һүрәттәрен дә редакцияға ебәреүҙе ойошторған уҡытыу­сылар – Гөлназ Йосопова (Туймазылағы 2-се мәктәп), Ләлә Абзалова (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), Розалиә Йәлилова, Айгөл Һатлыҡова (Ауырғазы районы, Талбазылағы башҡорт гимназияһы), Рузилә Барлыбаеваларға (Өфөләге 87-се гимназия) һәм Октябрьский ҡалаһынан өлкән авторыбыҙ Миҙхәт Шәриповҡа ҙур рәхмәт.
Лауреаттарыбыҙ кемдәр һуң? Бына улар: Фәниҙә Исхаҡова (Өфө), яҙыусы – «Онотмам, иптәш майор!» повесы өсөн, Зөһрә Ҡотлогилдина (Өфө), гәзитебеҙҙең ветераны, шағирә – даими яҙышып торғаны, 2019 йылдың календарын әҙерләүҙә ярҙам иткәне өсөн, Зөһрә Кашапова (Әбйәлил, Асҡар), уҡытыусы-шағирә – әүҙем яҙышып торғаны өсөн, Юлдаш Әхтәмов, «Йәншишмә» гәзитенең яуаплы сәркәтибе – баҫмабыҙҙың «Киләсәк һинән башлана» проектын әҙерләгән өсөн, Әлмира Исхаҡова (Өфө), психолог – гәзитебеҙҙә баҫылған файҙалы кәңәштәре, төрлө темаларға фәһемле мәҡәләләре өсөн.


Читайте нас: