+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
5 Ғинуар 2019, 20:04

Эстафетаны Зәлиә ҡабул итте

2018 йылда әүҙем яҙышҡаны өсөн «Йәншишмә» гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына Зәлиә Алтынбаева лайыҡ булды

Гәзитебеҙ булдырған Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға былтыр Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Сәлимә Дәүләтшина лайыҡ булғайны. Эстафетаны ул ауылдашы Зәлиә Алтынбаеваға тапшырған кеүек килеп сыҡты. Әйткәндәй, бик тырыш, егәрле ҡыҙ. Йыл әйләнәһенә төрлө темаға яҙылған матур йөкмәткеле хаттарҙы яуҙырҙы ғына.

Зәлиә күп балалы татыу, күркәм ғаиләлә тәрбиәләнә. Өс бер туғандың барыһы ла бейеүгә шәп. Ағаһы – һөнәре буйынса ла бейеүсе. Бигерәк тә бәләкәс балалар менән эшләргә ярата икән. Уларға матур-матур бейеүҙәр һала.
«Атайым балта эшенә оҫта булып, йортобоҙҙо тыштан биҙәһә, өй эсендәге матурлыҡты иһә әсәйемдең алтын ҡулдары тыу­ҙыра. Унан күреп, мин дә ҡул эштәренә өйрәндем: бәйләйем, сигеүҙәр сигәм, төрлө тәмлекәстәр бешеререгә яратам» – ти Зәлиә.
Уҡыуҙа ла һынатмай икән үҙе. Шиғырҙар ҙа ижад итә. 2010 – 2012 йылдарҙа «Байыҡ» балалар телевизион конкурсында икенсе урын ала. 2014 – 2016 йылдарҙа «Еҙ үксә» конкурсында «Азамат» өлгөлө ансамбле менән I һәм II урындарҙы яулайҙар. Яҙышырға яратҡан ҡыҙ «Илһам» төбәк-ара балалар ижады конкурсында, Сибайҙа Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар бәйгеһендә I дәрәжә дипломдар менән менән бүләкләнә. Төбәк-ара «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионатында II урын алып ҡыуана, «Мостай уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ була. Район күләмендә үткән иншалар, шиғырҙар конкурстарында беренселекте биргәне юҡ. Яңыраҡ Мөхтәр Сәғитов ижадына бағышланған «Тыуған яҡты өйрәнеү» бәйгеһендә көсөн һынап ҡарай. Зәлиә дипломға һәм уның ғаиләһе исеменән махсус призға эйә була. Шулай уҡ районда үткән «Яҙ гүзәле – 2018» фестивалендә Гран-при ала.
Әйтергә лә түгел, һоҡланғыс ҡыҙ! Шуға ла гәзитебеҙ булдыр­ған Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға ла бер һүҙҙән уның кандидатураһы күрһәтелде. Зәлиә, һине ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижад ҡомарың бер ваҡытта ла һүнмәһен.

Х. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: