-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
12 Апрель 2019, 15:08

«Бирешмә»: алға ынтыл!

«Бирешмә» проектының тәүге үҫмерҙәр сериалын көтөп алып, яратып ҡарағайныҡ. «Бирешмә»-профи» телевизион тапшырыуы үҫмерҙәргә һөнәр һайлағанда йүнәлеш бирә. Һәм бына тағы бер яңылыҡ: быйыл «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһы булдырылды. «Тамыр» телеканалының етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, уның маҡсаты – ҡыйыулыҡ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән, тормошта ауыр хәлдәрҙе еңеп сыҡҡан, һайлаған юлында ҙур уңыштарға өлгәшкән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе хөрмәтләү, рәхмәт белдереү. Бик хуп!

«Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһына төрлө номинацияларҙа 137 ғариза ҡабул ителгән. Беҙҙең республикала һәләтле, тырыш, булдыҡлы, ҡыйыу уҡыусылар бик күп, баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе еңел булмағандыр. 7 апрелдә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы проекттың ҙур концерты барышында үтте. Премияны ведомство, министрлыҡ етәкселәре, депутат, күренекле шәхестәребеҙ тапшырҙы. Ете номинацияла – ете еңеүсе. Бына улар:

«Бирешмә: ярҙам ит!» буйынса Ишембай районы Үрге Эт­ҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев премияға эйә булды. Ул янғындан оло йәштәге инәйҙе ҡотҡара.

«Бирешмә: белемгә ынтыл!» (уҡыуҙа, фән буйынса яулаған уңыштар өсөн) – Йылайыр районы ҡыҙы Сафия Хажиморатова.

«Бирешмә: көслө бул!» (шәп спортсыларға) – Өфөнән Илнур Ғарипов. Ул күреү һәләтен юғалт­ҡас та спорттан айырылмаған, йөҙөү буйынса уңыштары һоҡландыра.

«Бирешмә: ижад ит!» (cәнғәттәге уңыштар өсөн) – Эвелина Вәхитова, Өфөләге 28-се махсус интернат-мәктәп тәрбиәләнеүсеһе, йырлай, көйҙәр ижад итә, баянда уйнай. Республика, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе.

«Бирешмә: телде үҫтер!» – Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан башҡорт телен, «Урал батыр»ҙы ил кимәлендә яңғыратҡан Ләйсән Золотарёва.

«Бирешмә: ереңде һаҡла!» (йәш экологтарға) – Архангел районының Тирәкле ауылынан Гүзәл Шәрәфетдинова.

«Бирешмә: медиадонъяны яула!» –Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Зилиә Буран­ғолова. Рәсәй, республика кимәлендәге ҙур уңыштары өсөн.

– «Тамыр» каналына, «Бирешмә» төркөмөнә, үҙемдең уҡытыусыларыма ла ҙур рәхмәтлемен. Бирешмәгеҙ, гел алға атлағыҙ! – тип өндәште байрамда ҡатнашыусы тиҫтерҙәренә Эвелина Вәхитова. Ләйсән Золотарёва «Сыңрау торна» йырын башҡарып, барыһын да һоҡландырҙы. Уны тәбрикләгәндә UX/UI-дизайнер Илдар Кинйәбулатовтың: «Бөтә башҡорт балалары ла башҡорт телендә һөйләшһә, башҡорт теле йәшәйәсәк», – тигән һүҙҙәрен балалар иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, моғайын. Шулай уҡ премияның бағымсыларының береһе, йәш эшҡыуар Динар Шәһиевтең: «Теле барҙың – ере бар. Телде белһәгеҙ, ерҙе һаҡлай алырһығыҙ», – тигәне лә бик әһәмиәтле булды.

«Тамыр» телеканалы һәм «Юлдаш» радиоһынан «Теге өсәү» тапшырыуын алып барыусылар­ҙың береһе, баһалама комиссияһы ағзаһы Ғәзиз Әбделмәнов махсус бүләктәрен тапшырҙы. Уларға Өфөнән «Бирешмә» сериалында ҡатнашҡан, йырҙары менән һеҙгә таныш Айгөл Ибраһимова һәм Стәрлебаш районынан спортсы Рафиҡ Шароян лайыҡ булды.

«Бирешмә» төркөмө йырсыларының концертын да уларҙы кумирҙары итеп өлгөргән тамашасылар яратып ҡараны. Сараға республиканың төрлө тарафтарынан уҡыусылар килгәйне. Данир, Хәйҙәр, Гәлсәр, Гөлгенәгә, «Бирешмә» проектын тормошҡа ашырыусыларға: «Афарин!» – тибеҙ. Ә беренсе үҫмерҙәр премияһы алдағы йылдарҙа тағы ла киңерәк ҡолас алыр һәм уҡыу­сыларҙа яңынан-яңы үрҙәргә ынтылышты арттырыр.
Читайте нас: