-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
15 Август 2019, 18:53

Ура-а, «Сәләм» башҡортса мобиль ҡушымта эшләй башлай!

Аллаға шөкөр, инде үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә мобиль ҡушымтабыҙ буласаҡ. Был «Сәләм» башҡортса һөйләшеү һүҙлеге IOS һәм Android операцион системалары өсөн эшләнгән.

Уның авторҙары – филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова. Проекттың етәксеһе – Айнур Хәйбуллин.

«Сәләм» башҡортса һөйләшеү һүҙлегендә 38 тема бирелгән. Һәр береһенең тауышландырыу функцияһы ла бар. Был башҡортса телмәрҙе дөрөҫ ишетеп, матур итеп һөйләшеп өйрәнергә мөмкинлек бирә. Барлығы 15 мең һүҙ индерелгән. Оҙаҡламай уны Play Mаркет-тан телефонға ҡуйып буласаҡ.

Республика август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше» стратегик сессияһында был мобиль ҡушымта хаҡында юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу-методик идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Хәйбуллин һөйләне. Был мәртәбәле йыйынға республикабыҙҙың район-ҡалаларынан мәғариф хеҙмәткәрҙәре, белем усаҡтары директорҙары, күрше төбәктәрҙән дә вәкилдәр килгәйне.
Читайте нас: