Флүр Ғәлимов «Яңы башҡорт» романы, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы менән башҡорт прозаһында, башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-новатор булараҡ танылғайны. Әйткәндәй, трилогия инглиз, рус, төрөк һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. Тиҙҙән «Тыйылған емеш тәме» исеме менән Бөйөк Британияла ла баҫылып сығасаҡ.