-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
10 Сентябрь 2019, 20:44

17 йәштән – водитель танытмаһы!

Күп малайҙарҙың, хатта ҡыҙҙарҙың да 18 йәше тулыуын түҙемһеҙлек менән көткәнен беләбеҙ. Сөнки күптәр 17 йәштән үк водитель танытмаһы алыу өсөн уҡый, имтихандарын да яҡшы бирә, әммә документты ҡулға алыу өсөн 18 йәш тулғанын көтөргә кәрәк.

Әммә Эске эштәр министрлығы юл ҡағиҙәләре тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индермәксе. Әле проекты танышыу өсөн киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителә. Шулай итеп, «В» категорияһына уңышлы уҡып сыҡҡан 17 йәшлек үҫмерҙәргә руль артына ултырырға рөхсәт итмәкселәр. Тик бер шарты бар: янында мотлаҡ тәжрибәле водитель булырға тейеш. Күп сит илдәрҙә 16 йәштән үк танытма бирәләр икән, ә беҙ артта ҡалабыҙ, имеш. Тағы шуныһы: бер йыл буйы автомобиль йөрөтмәгәс, йәштәрҙең теорияһын да, практикаһын да онотоп бөтөүе бар. Ә былай, исмаһам, тәжрибә туплай тора. Бер уйлаһаң, һәйбәт төҙәтмә кеүек.

Был яңылыҡ мотоцикл йөрөтөүселәргә лә ҡағыласаҡ. Әле двигателенең көсө 11 кВт булғанына 16 йәштән ултырырға мөмкин. Яңы ҡанун буйынса иһә 18 йәштән генә танытма биреүҙәре бар. Ауыр мотоциклдарға 20 йәштән генә ултырырға яраясаҡ. Өҫтәүенә, матайҙа йөрөү буйынса ике йыл стажың булырға тейеш икән.

Йә, нисек, төҙәтмәләр оҡшаймы? Тик былар әлегә проектта ғына.

Читайте нас: