-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
12 Сентябрь 2019, 16:23

Бер түгел, ике премьера!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға уның әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән ике яңы фильмдың премьераһы көтөлә. «Һеңлекәш» («Беҙҙең өйҙөң йәме») драмаһын режиссёр Александр Галибин төшөргән.

Йәмил менән Оксананы Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева уйнай. Бер нисә фестивалдә уны күрһәттеләр ҙә инде.
Фильмдың премьераһын 19 сентябргә билдәләнгән. Уны иң беренсе Мәскәү, Өфө тамашасылары күрәсәк. Шунан ҙур экранға сығарыласаҡ. Әйткәндәй, был Рәсәй драмаһының прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнәсәк.
Икенсе фильмды башҡорт режиссёры Айнур Асҡаров «Өс таған» повесы буйынса былтыр йәй төшөрҙө. Әҫәрҙәге Бөркөтлө урынына Ғафури районының Толпар ауылы һайлап алынғайны. Төп ролдәрҙе республика мәктәптәре уҡыусылары уйнаны. Презентация октябрҙә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә буласаҡ. Ике яңы фильм да тамашасы һөйөүен яулар, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: