-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
13 Сентябрь 2019, 12:48

«Р»-һыҙ ҡал­ған Мырҙабай» ҙур сәхнәгә сығасаҡ

Бүтәндәргә насарлыҡ эш­лә­һәң, үҙеңә кире әйләнеп ҡайт­ҡанлығын Мыр­ҙабай ҡушаматлы бесәй белмәй ине.

Өҫтәлдәге мискәнән рәхәтләнеп ҡай­маҡ урлап ашап, сысҡандарҙы баҫтырып, ихатала­ғы себештәрҙе ҡурҡытып, үсекләшеп йәшәп ятҡанында, бер көндө бәлә килә. Ниндәй, тиһегеҙме?

Уныһы – сер. Быны моң­ло итеп йырлаған, күңелле итеп шаяра белгән Сысҡанбикә, Йылтыргүҙ исемле үтә ябыҡ сыс­ҡан балалары һәм тағы ла был ауылда йәшәүсе йорт хай­уандары асасаҡ. Уларға ярҙамсылар ҙа кәрәк буласаҡ. Мәктәпкәсә тиклемге һәм башланғыс мәктәп уҡыусыларының был эштәрҙе бик оҫта атҡарып сығасағы билдәле. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки драматург Зөһрә Фәйзуллина «Р»-һыҙ ҡал­ған Мырҙабай» пьесаһын бәләкәстәр теле менән яҙған. Ул Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла шундай шаян, матур тел, күңелле күренештәр эсендә күр­һәтеләсәк. Спектаклдең режиссёры – Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин. Премьераһы 25 сентябргә тәғәйенләнгән.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Өфө ҡалаһы.



Был фотола һеҙ Әлшәй районы Ҡармыш мәктәбенең йәш артистарын күрәһегеҙ. Улар ҙа ауыл китапханаһында мәҙәниәт йорто директоры Филүзә Фәһим ҡыҙы Ишмырҙина (уңда) һәм синыф етәксеһе Гөлсирә Факил ҡыҙы Һәүбәнова менән берлектә «Р»һыҙ ҡалған Мырҙабай» әкиәтен сәхнәләштергәйне.
Читайте нас: