Был проекттың үҙенсәлеге шунда: тәүҙә «Киноэкология» тигән акцияла уҡыусылар иҫке ҡағыҙ йыйып тапшыра, уның аҡсаһы фильм төшөрөүгә китә. Шулай итеп, һәр уҡыусы бында үҙ өлөшөн индерә ала. Әле проектҡа Рәсәйҙең 600-ләп мәктәбе ҡушылған. 2015 йылдан алып 20-нән ашыу фильм төшөрөлгән.
Проект авторҙарының маҡсаты – биш йыл эсендә 100 ҡыҫҡа метражлы картина төшөрөп, мәктәптәрҙә уҡыусыларға ай һайын бер кино ҡарарға тәҡдим итеү. Уларҙың йөкмәткеһе балаларҙа тик яҡшылыҡ, изгелек, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Ниһайәт, Башҡортостандың да проектҡа ҡушылыуы ҡыуаныслы. Бер түгел ике фильм төшөрөлөүе тураһында һүҙ бара: “Ел йыры” һәм “Батыр”. Беҙҙең республиканың Рәсәй мәктәптәренә күрһәтерлек матур урындары ла, батырҙары ла етерлек.
Бөгөн Өфөлә Экология министрлығында кастинг буйынса һайлап алынған йәш актерҙар менән кадрҙар төшөрөп ҡараясаҡтар.