+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
25 Сентябрь 2019, 17:58

"Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән фильм иң юғары баһаға лайыҡ!

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы Ялтала 20 – 24 сентябрҙә үткән «Евразия күпере» фестивалендә Гран-при яуланы.

Билдәле булыуынса, 22 сентябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә был фильмдың премьераһы үткәйне. Александар Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙҙа мөһим мәҙәни ваҡиғаға әүерелде.
Читайте нас: