-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
3 Октябрь 2019, 15:33

“Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән яңы социаль проект!

Башҡортостанда тревел шоу форматында «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән яңы социаль проект башлана.

Ойоштороусылар – Архангел районы хакимиәте һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Тапшырыуҙар серияһының төп геройҙары – республиканың ишле ғаиләләре. Ике ғаилә Башҡортостандың күркәм урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Тәүгеләрҙән булып мажараларға һәм онотолмаҫ тәьҫораттарға ҡаршы Архангел районынан Семенчуктар һәм Бүләкҡоловтар ғаиләләре юллана.

Проектты төшөрөү 4 октябрҙә башлана. Тау йылғалары буйлап кәмәлә ағып төшөү, мәмерйәләргә инеү, республика халыҡтарының йолаларын өйрәнеү ҡаралған. Тур ике көн дауам итә, был ваҡыт эсендә ғаиләләр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтергә тейеш. Еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү ярҙамында билдәләнә. Тревел-шоу дүрт миҙгел буйына бараcаҡ. Проект экологияға һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге темаһын күтәрә.
Читайте нас: