Бында ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Рөстәм исемле малай фронтҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана. Уның уйын тормошҡа ашырырға өләсәһе һөйләгән абаға сәскәһе ярҙам итә. Үҙе менән гармунын да алырға онотмай. Үҫмерҙең күҙгә күренмәҫ һалдатҡа әйләнеүе арҡаһында төрлө мажаралар ҙа булып бөтә. Рөстәм уйнаған көйҙө ишеттеләрме, фашистарҙың, үлем яҡынлаша, тип уйлауы хатта көлкө тойола.
Спектаклдә бер юлы ике ролде – Рөстәм һәм немец ҡыҙы Мартаны Зилиә Хәлилова оҫта итеп башҡарҙы. Өләсәйҙе – Миңзәлә Хәйруллина, Бабайҙы – Илсур Байымов, Әбейҙе – Гүзәл Маликова, Иванды – Ирек Булатов, йәш кешене – Юнир Ҡоланбаев, Фогелде – Артур Ҡунаҡбаев, немец һалдатын Урал Әминов уйнаны.
Был спектакль Хәрби һәм дан йылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан сәхнәгә сығарылды. Яңы тамашаны ҡуйыуға Санкт-Петербургтан илебеҙҙең төрлө театрҙарында 300-ҙән ашыу спектаклде һәм шоуҙы биҙәгән яҡтылыҡ рәссамы Евгений Ганзбург саҡырылды, «Алтын битлек» лауреаты, Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров, композитор Илшат Яхин, хореограф Алина Мостаеваларҙың да хеҙмәте бик ҙур. Әҫәр буйынса инсценировка авторы – драматург Светлана Баженова. Ҡуйыусы режиссёры – Радион Букаев.
Фантастикаға ҡоролған тамашаға тәрән мәғәнә һалынған, һуғыш уйынсыҡ түгел икәнлеге күрһәтелә. Ғаилә менән бергә ҡарау өсөн тәғәйенләнгән спектаклде күрмәй ҡалмағыҙ.