+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
15 Июнь 2020, 17:55

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын!

Әле гәзиткә яҙылыу осоро бара әле. Былтырғы мәл менән сағыштырһаң, бик һүлпән. Йәшерен-батырын түгел, әле һаман да милли матбуғатҡа ҡурҡыныс янай. Бигерәк тә балалар баҫмаларына. Әйҙәгеҙ, битараф булмайыҡ, дуҫтар! Беҙ бергәләп кенә башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзитен һаҡлап ҡала алабыҙ.

Бына элекке йәш хәбәрсебеҙ, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән тоғро дуҫыбыҙ, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов "Йәншишмә" гәзитен яҙҙыртып, Хәйбулла районындағы етем ҡыҙға бүләк итте. Әлдә дуҫтарыбыҙ бар. Рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас: