+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
30 Сентябрь 2020, 01:23

"Урал батыр" йәнһүрәтенең исем туйы була

Бөгөн, 30 сентябрҙә, Өфөнөң ике белем усағында "Урал батыр" йәнһүрәтенең исем туйы була. Был сараның Башҡорт теле йылында Республика көнө алдынан үтеүе һөйөнөслө.

2018 йылда "Аҡбуҙат балалар журналы республика халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алғайны. "Урал батыр" эпосы буйынса балалар өсөн комикстар эшләнде, улар тәүҙә "Аҡбуҙат" журналы биттәрендә, һуңынан китап булып баҫылып сыҡты. Шунан йәнһүрәт сығарылды. Комикстар авторы - рәссам Дамир Мөхәмәтйәров.
Урал, Шүлгән, Йәншишмә, дейеү, яҡшылыҡ, изгелек... Йәнһүрәтте балалар яратып ҡарар. Ул Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-cе башҡорт гимназияһында иртәнге сәғәт 10-да, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһында көндөҙгө 3-тә күрһәтеләсәк. "Аҡбуҙат"тар бик шәп эш башҡарған, шулай бит!
Читайте нас: