+6 °С
Ямғыр
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
9 Декабрь 2020, 13:30
"Өс таған" - иң яҡшы фильм!
Башҡорт режиссёры Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөргән "Өс таған" фильмын пандемия арҡаһында кинотеатрҙарҙа һаман ҡарай алмайбыҙ. Ә картина бер нисә кинофестивалдә ҡатнашып та өлгөрҙө.
Әле бына Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһында үткән 15-cе Ҡытай Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылған. Ҡотлайбыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был кинола Өфө, Сибай, Баймаҡ уҡыусылары - Илдар Бикҡолов (Ғабдулла), Руслан Кадаев (Айҙар), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир), Илъяс Кинйәбулатов (Яҡуп) һәм Әминә Яҡупова (Гөлнур) төшкәйне.
Читайте нас в