+5 °С
Ясно
VKOKTelegram
Һөйөнсө
21 Апреля 2021, 10:06

Мәктәпкә әҙерләнергә - унар мең һум

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығышында мәғарифҡа, ғаиләгә ҡағылышлы ҡыуандырырлыҡ хәбәрҙәр еткерҙе. Мәҫәлән, Рәсәйҙә 1 мең 300 яңы мәктәп төҙөйәсәктәр. 16 мең мәктәп автобусы алсаҡтар.

Йәнә лә бер һөйөнөслө хәбәр: мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә тағы ла бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнәсәк. I синыфҡа барасаҡ балалар ҙа иҫәпкә алына. Был бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны һәр уҡыусыға август уртаһында бирәсәктәр. Яңы уҡыу йылына әҙерләнгәндә был дәүләт ярҙамының кәрәге ныҡ тейер, әлбиттә.
Фото: narzur.ru
Читайте нас