-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
14 Май 2021, 11:09

"Йәншишмә"лә сыҡҡан мәҡәләләр китапта баҫылды

Һөйөнсө, дуҫтар, беҙҙең уҡыусыларҙың мәҡәләләре китапта баҫылған. 2018 йылда "Йәншишмә" биттәрендә "Тарих яҙабыҙ" исемле бик йөкмәткеле конкурс ойошторғайныҡ бит, хәтерегеҙҙәлер, моғайын.

Шарт буйынса уҡыусылар бер ҡайҙа ла баҫылмаған ер-һыу атамалары тарихтарын яҙып ебәрергә тейеш ине. Республиканың төрлө мөйөштәренән бик матур хаттар алдыҡ, һәр береһен гәзиттә баҫтырҙыҡ. Һуңынан конкурсҡа йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләнек. Эштәрҙе яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүр баһаланы һәм үҙенә оҡшаған өс мәҡәләне, китабымда баҫтырам, тип һорап алды. Бына шул китап сыҡҡан! "Ерҙең тере хәтере" тип атала ул.
Кемдәрҙең мәҡәләләре ингән, тиһегеҙме? Бөрйән районы Мәһәҙи мәктәбенән Илнар Мөхәмәтйәновтың "Элгеләү тауы", Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт гимназияһынан Фәдис Хәмиҙуллиндың "Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан барлыҡҡа килгән?", Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназиянан Ләйсән Сәйфуллинаның "Бөгәмәле атамаһы нимәне аңлата?" тигән мәҡәләләре. Шулай уҡ был китапта гәзитебеҙҙә 2019 йылда баҫылған "Башҡортостан - пәйғәмбәрҙәр иле" тигән мәҡәлә бар. Авторы - Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Фидалиә Ҡудашева.
Рәшит Шәкүрҙең китабы "Информреклама" нәшриәтендә 1 мең тираж менән баҫылып сыҡҡан.
Читайте нас: