+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
25 Август 2023, 10:01

Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, беренсе президентҡа һәйкәл ҡуйыу дәүләт экспертизаһы тарафынан хупланған. Уны баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла
Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыла

“Мортаза Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлаша. Уның артында монументаль ҡоролма, байраҡ ҡуйыла, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәлә”, — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.

Мемориалды Мәскәү скульпторы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләр тип көтөлә.

Сығанаҡ: vk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: