-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
1 Ғинуар 2025, 11:00

Ҡыш бабай бүләктәре

Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл байрамы алдынан һәр кем ҡыуаныслы хәбәр, мөғжизә көтәлер, моғайын да. Бигерәк тә балалар, эйеме? Быйыл Ҡыш бабай ниндәй яңылыҡтар еткерер? Алыҫтан үҙ автобусына кемдәрҙе ултыртып килеп етер икән беҙҙең редакциябыҙға? Тиҙерәк белге килә бит! Ана, ана, күрәбеҙ үҙҙәрен... Ул 2024 йылда әүҙем яҙышҡан, редакция үткәргән бәйгеләрҙә иң-иңе булып танылған уҡыусыларҙы ултыртып алған! Бүләк тә шәп! Ул «Йәш хәбәрсе» исеменә лайыҡ уҡыусыларҙы билдәләгән! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә танышығыҙ беҙҙең йәш хәбәрселәр менән. Бына улар:

Ҡыш бабай бүләктәре
Ҡыш бабай бүләктәре

Әлфинур ВӘХИТОВА, VII синыф уҡыусыһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2-се интернат-лицей.

Зарифа БАҺАУЕВА, VI синыф уҡыусыһы. Йылайыр районы, Юлдыбай мәктәбе.

Айназ ВӘЛИТОВ, II синыф уҡыусыһы. Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы.

Фидалиә ИРМӘКОВА, IV синыф уҡыусыһы. Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Бәпес мәктәбе.

Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы. Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Диана ТЕЛӘҮСИНА, V cиныф уҡыусыһы. Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Азалиә ФАЗДАЛОВА, VI «А» синыф уҡыусыһы. Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.

Алтынай УРМАНШИНА,  II cиныф уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Был маҡтаулы исем алыусыларҙы ҡотлап, алдағы йылда ла әүҙем яҙышып, матур-матур мәҡәләләре менән ҡыуандырып тороуҙарын теләйбеҙ.

 

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА коллажы. 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас