Уйындарҙы «Хазина» ойошмаһы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләгәйне. Ул Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Проект етәксеһе Гүзәлиә Исхаҡова һәм дизайнер Эльвира Ғәлимуллина уйындарҙың үҙенсәлектәре, ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Исем туйында республиканың билдәле шәхестәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Дамир Тайыпов та ғаиләһе һәм дуҫтары менән килеп еткәйне. «Бишбармаҡ» Шамонин ауылында йәшәүсе Биктимеровтар ғаиләһенең иң яратҡан өҫтәл уйыны икәнен дә белдек.
– Беҙгә ныҡ оҡшай. Был уйын туған телеңдә тиҙ фекерләргә өйрәнеү, тел байлығын үҫтереү өсөн ҡулай, – ти Йәнгүзәл менән Батырхан.
– Шуныһы шәп – был өҫтәл уйындарында атамалар башҡорт һәм инглиз телендә бирелә. Балалар төрлө гаджеттар менән мауыҡҡан заманда телефондағы уйындарҙы алыштырырҙай бик лайыҡлы проект, – ти уларҙың әсәһе Рәлиә Биктимерова. – Беҙгә таныш булмаған һүҙҙәр ҙә осрай, әммә ни тиклем йыш уйнайбыҙ, шунса күберәк яңы һүҙҙәр беләбеҙ.
Йәнгүзәл иһә шулай уҡ география, аҡса тотонорға өйрәнеү буйынса уйындар булһа ине, тигән теләктәре менән дә уртаҡлашты.
Авторҙар ныҡ тырышҡан. «Әлләсе» уйынын уйнау өсөн башҡорт телен яҡшы белеү мотлаҡ. «Бесәй, сәй, айыу, бал, май» Европала киң таралған уйынға оҡшаған. Әйткәндәй, уны башҡорт мөхитенә яраҡлаштырып эшләгәндәр. Был уйын – иң бәләкәстәр өсөн.
«Бишбармаҡ» уйыны сослоҡ тәрбиәләһә, «Зирәк» – башты эшләтеү өсөн иң ҡатмарлы уйын. Был башланғыстың төп маҡсаты – башҡорт телен киңерәк танытыу, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү.
«Тамыр» телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, бындай уйындар балаларҙың башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, телде өйрәнеүгә ҙур этәргес буласаҡ.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа артабан да ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Ысынлап та, был уйындар башҡорт мәҙәниәтенә, теленә һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Улар – балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡәҙерле бүләк.