Теге йомро ташта бер бабай ултыра, ти, уф! Сәсе-һаҡалы көмөш, кейеме балыҡ тәңкәһендәй йылҡылдап тора икән.
Күл эйәһе булып сыҡҡан был бабай. Ә егет бер күреүҙә ғашиҡ булған теге сибәркәй уның ҡыҙы Һыуһылыу инде.
Егет көмөш һаҡаллы бабайға серен асҡан: алтын тараҡлы һылыу бер ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләгән.
– Һин – ер балаһы, Һыуһылыуға йәр була алмайһың шул, егеткәй, – тигән, ти, бабай.
– Мин унһыҙ йәшәй алмайым! – тип асырғанып әйткән егет. – Уның ҡоло булырға ла әҙермен.
– Тылсымлы тарағын юғалтып, саҡ тапты Һыуһылыу. Шул тараҡты һаҡлап йөрөтөргә хеҙмәтсе кәрәк, ризаһыңмы?
– Риза! – тигән егет, тәүәккәлләп, – янында ғына йөрөрмөн, тоғро һаҡсыһы булырмын. Тик бына ерҙе һағынырмын шул...
– Ә мин һине амфибия итермен, һыуҙа ла, ерҙә лә йәшәрһең. Тик шуныһы, әҙәми ҡиәфәтеңде мәңгегә юғалтырһың. Күнәһеңме?
Егет ризалашҡан. Шунан ни күл эйәһе вәғәҙә иткән мөғжизәһен ҡылған да ҡуйған: егет бәләкәй генә йор кеҫәрткегә әүерелгән, ти. Ә ҡара борсаҡ төшөрөлгән ҡыҙғылт һары күлдәге уның тиреһенә әйләнгән. Егет үҙенең күлдә сағылған ҡиәфәтен күреп, бик бошонған, әммә ни эшләмәк хәҙер: әйткән һүҙ – атҡан уҡ.
Шул саҡ Һыуһылыу ҙа йөҙөп килеп еткән, кеҫәртке егеткә иркә итеп йылмайған һәм тарағын уның арҡаһына ҡаҙап ҡуйған да әйткән, ти:
– Саф һөйөүең өсөн рәхмәт, егет. Йәйге хозурлыҡта гелән эргәмдә бул, тарағымды һаҡла. Ҡышын ярға сығырһың, ағас тамыры аҫтында йылыла йоҡларһың. Исемең дә үҙең кеүек серле булыр: тараҡлы һыу кеҫәрткеһе.