Үҙе үлән, үҙе ҡорос. Һабағына йәбештерелеп ҡуйылған һымаҡ сәскәләре алһыу төҫтә, япраҡтарынан һаҫыҡ еҫ килә. Орлоҡтары ҡуҙаҡ эсендә, июль-августа өлгөрә.
Ҡоросүлән аҡландарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға һәм юл буйҙарында үҫә. Уны, дарыу үләне булараҡ, баҡса түтәлендә лә үҫтерәләр.
Дарыу итеп тамыры ҡулланыла, унда ыҫмала, лимон кислотаһы, гликозидтар, крахмал, эфир майҙары бар.
Табиптар әйтеүенсә, ҡоросүлән тамырынан эшләнгән дарыу ҡан тамырҙарын киңәйтә, ҡанды яҡшырта, бөйөр сирҙәренән ҡотҡара.
Фото: na-dache.pro