Башҡортостанда Белорет, Баймаҡ райондарында осрай. Уның Алыҫ Көнсығышта үҫеүе лә билдәле – Курил утрауҙарынан беҙгә килеп ереккәнме курил сәйе, әллә киреһенсәме?
Исеме үк әйтеп тора: уның япраҡ-сәскәләрен сәй итеп төнәтеп эсәләр. С һәм Р витаминдарына бай курил сәйе, уны ашҡаҙан-эсәк, үпкә ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланалар, йөрәккә лә файҙалы, тиҙәр. Тибет медицинаһында курил сәйе менән туберкулёзды, психик сирҙәрҙе дауалағандар.
Шифалы ғына түгел, ә еребеҙҙе йәмләр бер аҫыл биҙәк тә ул.
Фото: zozy.ru