+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Ҡыҙыл китап" аманаты
6 Сентябрь 2023, 21:30

Ҡағараҡ

Ҡағараҡ (чернозобая гагара) – республикабыҙҙа һирәк осрай торған осоусы ҡош. Һаҡмар һәм Ағиҙел йылғалары үрҙәрендә, Талҡаҫ күле, Өргөн, Солтанкүл, Асылыкүл, Ҡандракүлдә, Павлов һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында күрергә була.

Ҡағараҡ
Ҡағараҡ

Атлантик океандан алып Лена йылғаһы бассейнына һәм Байкал күленә тиклем тундра һәм урман зоналары күлдәре буйында соҡор рәүешендә оя ҡора. Ҙур һәм уртаса ҙурлыҡтағы, бик үк үҫмәгән таҙа күлдәрҙе өҫтөн күрә.

Ҡағараҡ 1,5 – 3,5 килограмм ауырлыҡта була, бәләкәй ҡаҙ ҙурлығында тиергә мөмкин. Ике, һирәгерәк бер йомортҡа һала. Үрсеү һыу ятҡылығының таҙалығына бәйле.

Төп ризығы – ваҡ һәм уртаса ҙурлыҡтағы балыҡ. Бынан тыш, ваҡ ҡыҫала, селәүсен, моллюск, һыу бөжәктәре, тәлмәрйен һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Был ҡоштарҙың аяҡтары ер өҫтөндә хәрәкәт итеүгә бөтөнләй яраҡлашмаған, шуға күрә ғүмеренең күп өлөшөн һыуҙа үткәрә.

Һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, оя ҡороу урындарында ҡамасаулыҡтар, балыҡсылар селтәренә эләгеү, күлдә балыҡтың кәмеүе, браконьерлыҡ – ошо факторҙар ҡағараҡтарҙың кәмеүенә килтерә. Шуға күрә ҡоштар Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Фото: ba.wikipedia.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: