+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
9 Июнь 2018, 13:21

Мөғжизәле йомортҡа

Рамаҙан айы башланыр алдынан әсәйем тауыҡ ояһынан йомортҡалар йыйып алды. Уның индергәндәре араһында ниндәйҙер яҙыулыһы ла килеп сыҡты. «Бәлки, берәй изге яҙыуҙыр», – тип ситкәрәк һалып ҡуй­ҙыҡ.

Рамаҙан айы башланыр алдынан әсәйем тауыҡ ояһынан йомортҡалар йыйып алды. Уның индергәндәре араһында ниндәйҙер яҙыулыһы ла килеп сыҡты. «Бәлки, берәй изге яҙыуҙыр», – тип ситкәрәк һалып ҡуй­ҙыҡ.
Әле бына яңыраҡ беҙ ул йомортҡаны ауылыбыҙҙың муллаһы Ғәле Ғилметдин улы Манаповҡа алып барып күрһәттек. Ул: «Ысынлап та, был – изге йомортҡа. Бында оло мәғәнәгә эйә булған «Аллаһ» һүҙе яҙылған», – тип беҙҙе аптыратмаһынмы?! Әлбиттә, был хәл бик ҡыуаныслы. Аллаһы Тәғәлә шулай үҙенең барлығын кешеләргә йомортҡаға яҙылған һүҙ аша белдерәлер инде. Бәлки, был берәй иҫкәртеүҙер?

Гөлфирә НАРЫНБАЕВА.


Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас: