+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
28 Август 2019, 19:11

Балалар албаҫтыға әйләнә башлаған

Испанияла 16 балала албаҫты билдәләре табылған. Был балиғ булмағандарҙың бөтә тәне сәс менән ҡаплана башлаған.

Баҡһаң, улар составында миноксидил булған дарыу ҡулланған икән. Ул, ғәҙәттә, алопеция ваҡытында сәсте үҫтереү өсөн файҙаланыла. Ошондай ғәжәп хәл тураһында Daily Mail хәбәр итә. Зыян күреүсе балалар сей яра ауырыуынан омепразол эскән булған. Уның эсендә нисек миноксидил килеп эләгеүе әлегә билдәһеҙ. Ошо ваҡиға айҡанлы был дарыуҙы дарыуханаларҙан алырға ҡарар иткәндәр.
Читайте нас: