Уны ҡар кешеһелер, тип фаразланылар. Халыҡ йыйылып, ҡәберҙе тәрбиәләп, кәртәләп ҡуйған.
Ҡар кешеһе башҡорт ерендә әле лә йәшәй микән ни? Башҡортостанға Игорь Бурцев етәкселегендә Халыҡ-ара гоминология үҙәге ғалимдары бәһлеүәндең эҙҙәрен тикшерергә килгән. Быйыл яҙ көнө Бөрө ҡалаһы янындағы яланда Ҡар кешеһенә оҡшаш йән эйәһен күреп, видеоға төшөрөп, интернетҡа һалғайнылар бит. Экспедиция ағзаларын ошо ҡыҙыҡһындыра. Урындағы халыҡтан да был турала һорашасаҡтар. Cерле донъя, ғалимдар һорауҙарына яуап таба алырмы инде...