+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
17 Июнь 2021, 10:35

Кит эсенә 30-40 секунд

Был хәл АҠШ-тың Массачусетс штатының Кейп-Код ярында була.

Омарҙар тотоп йөрөгән 56 йәшлек аквалангист Майкл Пакард бәләгә тарый. “Һыу аҫтында күреү мөмкинлеге насар булғанлыҡтан, омарҙарҙы һәрмәнеп кенә эҙләп йөрөй инем, ҡапыл берәү артымдан ныҡ итеп төртөп ебәрҙе лә ҡараңғылыҡҡа сумдым”, – тип иҫкә ала Майкл. Тәүҙә ул үҙен акула йотҡан, тип уйлай, ауыҙ мускулдары менән тегенең эскә табан эткәнен һиҙә. “Шул арала күҙ алдымдан ғаиләм, ике балам йүгереп үтте, балыҡтың эсендә уға ҡаршылашып, әүҙем хәрәкәттәр эшләп, уңайһыҙлыҡтар тыуҙырырға тырыштым. Уның тештәре юҡлығын белгәс, акула түгеллеген аңлап, бер аҙға тынысланып та ҡуйҙым әле”, – ти ул. Кит был әҙәмдең тик тормағанына түҙә алмай, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыға ла ауыҙын асып, кире төкөрә. Быларҙың барыһын да ситтән күреп торған хеҙмәттәше уны тиҙ генә был хәлдән ҡотҡарып, дауаханаға оҙата. Бәхеткә күрә, аквалангистың хәле һәйбәт, һынған-имгәнгән ере юҡ, тик тәненең йомшаҡ ерҙәре генә зарарланған.
Оптимист Майкл һауығыуҙан һуң да омарҙар тотоу менән шөғөлләнеүен дауам итергә уйлай.
Фото: fishki.net
Читайте нас: