+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
24 Июнь 2021, 11:00

Беҙ үҙеңде көткән инек, ә һин...

Үткән көндө республикабыҙ биләмәһендә көслө, елле, боҙло дауыл ҡоторҙо.

Тиҙлеге секундына 21 – 26 метрға еткән ел социаль биналарҙың, шәхси йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып осорҙо. Электр сымдарына арыу ғына зыян килеп, күп ауылдар утһыҙ ултыра. Айырыуса был ғәрәсәт Ауырғазы, Әлшәй, Благовар, Баҡалы, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Шишмә райондарына ябырылды. Халыҡтың ямғыр юҡлыҡтан күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, һыу һибеп кенә үҫтереп килгән баҡса үҫентеләре лә арыу ғына зыян күрҙе. Шуныһы һөйөндөрә, ярай әле кешеләр араһында һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Эй, ямғыр, ямғыр, беҙ үҙеңде шундай һағынып көттөк, ә һин...
Автор фотоһы.
Читайте нас: