+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
26 Август 2021, 11:50

Сәйер фобиялар

Ҡайһы бер кешеләр төрлө бөжәктәрҙән, уттан йәки бейеклектән ҡурҡа, был беҙгә бөтөнләй сәйер булып тойолмай.

Сәйер фобиялар
Сәйер фобиялар

Тик ҡайһы берәүҙәр башҡа һыймаҫлыҡ фобияларҙан яфа сигә икән. Психологтар әйтеүенсә, улар кеше психикаһына ҙур проблемалар килтерергә мөмкин. Ана шундай фобияларҙың йыйынтығын тупланыҡ, уҡып ҡарағыҙ әле, шундайҙар рәтенән түгелһеңме?

Филофобия

Ғашиҡ булыүҙан ҡурҡыу шулай атала. Белгестәр фекеренсә, бындай кешеләр йә бөтөнләй ярата белмәй, йә ҡасан да булһа уларҙы кире ҡаҡҡандар – уңышһыҙ тәжрибә, тиһәң дә ярайҙыр, яңынан яратырға ҡурҡалар.

Лепидоптерофобия

Һеҙгә был, әлбиттә, бик сәйер тойоласаҡ. Был термин менән күбәләктәрҙән ҡурҡыуҙы атайҙар. Кемдәр өсөндөр был йән эйәләре, күрәһең, ҡурҡыныс, йәмһеҙ булып күренәлер.

Метрофобия

Быныһы тағы ла сәйерерәк яңғыраясаҡ. Донъяла шиғыр уҡырға һәм башҡалар уҡығанды тыңларға ҡурҡҡан кешеләр ҙә бар икән.

Дорофобия

Бар кеше лә бүләк алырға ярата, тип уйлаһығыҙмы? Улай түгел икән шул, биргән бүләкте лә ҡабул итеп алырға ҡурҡып тороусылар байтаҡ.

Хайрофобия

Ә быныһы иһә тейеш булмаған шарттарҙа, мәҫәлән, кеше ерләгән ваҡытта, көлә башлауҙан ҡурҡыу. Был ҡурҡыу организмдың һаҡланыу реакцияһы булып тора, ул шок хәлендә шундай сәйер көлөүгә килтерергә мөмкин.

Пунктумофобия

Хәҙерге заманда барыбыҙҙың да  бындай ҡурҡыу хисе кисергәне барҙыр: күп нөктә. СМС-тар алыу, әңгәмәләшеүсеңдең смайлик ҡуймауы ниндәйҙер етди һөйләшеү булыуын аңлата тигән һүҙ бит инде

Лаканофобия

Унан яфа сигеүсе кешеләр йәшелсәләрҙән ҡурҡа. Йыш ҡына был фобия тигеҙлекте юғалтыу йәки күңел болғаныу менән күҙәтелергә мөмкин. Ундайҙарға хатта йәшелсә еҫе лә кире йоғонто яһай.

Педиофобия

Быныһы инде ҡурсаҡтарҙан ҡурҡыу тигәнде аңлата. Быға дусар булғандар хатта уларҙың ябай ғыналарынан да шөрләй. Белгестәр әйтеүенсә, ундай кешеләр өсөн пластмасса йән эйәләре ысын кеше булып ҡабул ителеп, ҡот осҡос ҡурҡыу хисен тыуҙырырға мөмкин икән.

Спектрофобия

Көҙгөнән, ундағы өрәктәрҙе күреүҙән ҡурҡыу. Ғәҙәттә, әлеге фобия өрәктәр, юғары көстәрҙең барлығына ышаныусыларҙа күҙәтелә. Улар төнөн көҙгөгә ҡарамай, ә уны сепрәк менән ябып ҡуя.

Фото: formulazdorovya.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: