Уны «Мистери Спот», йәғни «Серле урын» тип йөрөтәләр. Ҡуйы ағастар араһындағы һуҡмаҡтан атлап, бәләкәй генә ауыш өйгә килеп юлығаһың. Ул бына-бына ҡолар төҫлө. Бер генә нәмә лә тура тормай. Хатта килеүсе кешеләр ҙә. Йорт эсенә инеүселәр күҙгә йә үтә бәләкәй, йә ҙур булып күренәләр. Турникта күтәрелергә лә мөмкин. Эленеп торғанда 40 градус ауышлыҡта булаһың. Аномаль биләмәнең бөтә нескәлектәрен тойор өсөн туристар бында бик күп килә икән.