Әгәр ҙә ҡайһы бер төрҙәре климаттың ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора алмай юҡҡа сыҡһа ла, һуңынан саҡ ҡына формаһын үҙгәртеп, ҡабаттан барлыҡҡа килә икән.
Бынан 65 миллион йыл элек динозаврҙар үлеп бөткәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ошо мәлдә ҡайһы бер үҫемлектәр ҙә зыян күргән. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән улар ҡабаттан үрсеп, киң таралып киткән. Мәҫәлән, ылыҫлылар. Ғөмүмән, ғалимдар үҫемлектең юҡҡа сығыуын биологик яҡтан үҙгәреп, үрсеү мөмкинлеге менән бәйләй.
Фото: stom-mag.ru