+14 °С
Болотло
VKOKTelegram
Ғәжәп хәлдәр
30 Сентябрь 2021, 06:15

Мырылдауы саң һурҙырғыс кеүек

Бесәйегеҙ нисек мырылдай?

Мырылдауы саң һурҙырғыс кеүекМырылдауы саң һурҙырғыс кеүек
Мырылдауы саң һурҙырғыс кеүек

Бесәйегеҙ нисек мырылдай? Бигүк ныҡ түгелме? Юғиһә, бына Бөйөк Британияла 12 йәшлек Смоки ҡу­шаматлы мыраубай барыһын да уҙҙыр­ған. Уның мырылдауы саң һурҙырғыс­тың көслө тауышы кеүек. Хужабикәһе Рут Адамс Лусиндеға телевизор ҡарарға, телефондан һөйләшергә лә ҡамасауламай. «Ун­да һинең нимә шаулай ул?» – тип һорау­ҙарына: «Бесәйем», – тип яуап бирһә, бер кем дә ышанмай икән. Смоки Гин­нес­тың рекордтар китабына индерелгән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас