-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
10 Октябрь 2021, 12:00

Леопард бәләһе

Был хәл Һиндостандың Бангалор тигән ҡалаһында була.  

Леопард бәләһе
Леопард бәләһе

Белем усаҡтарын леопардтар арҡаһында ваҡытлыса карантинға ябалар. Ысын, хоҡуҡ һаҡлау органдары хатта өлкәндәргә лә өйҙәренән сыҡмайыраҡ торорға ҡушҡан. Был ваҡытта ҡалаға эйәләшкән леопардтарҙы тотоп бөтөргә тырышалар. Юғиһә, уларҙың береһе мәктәпкә яҡын килеп, кешеләрҙе йәрәхәтләп өлгөрә. Уны тотоуын тотҡандар. Әммә тағы ике төрткөлө бесәйҙең ҡалаға килеүе тураһында хәбәр тарала. Дөйөм алғанда, Һиндостанда 14 мең тирәһе леопард иҫәпләнә. Кешеләр арҡаһында урмандар йылдан-йыл күпләп ҡырҡыла, шуға ла хайуандар ҡалаға яҡынайған

Фото: life.ru        

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: