Быны Литванан 19 йәшлек егеттең миҫалы раҫлай. Ул экранда тере балыҡ йотоусыны күреп, тегенең кеүек ҡыланмаҡсы булған. Егет табан балығы тота ла уны йота. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, балыҡ тамағына торған. «Ҡыйыу егет» быуыла башлаған, ауыҙ-морононан ҡан киткән. «Ашығыс ярҙам» табиптары ғына уға ярҙам итә алған: егетте аяҡтарынан күтәреп һелкеткәндәр. Бәхете: иҫән ҡалған.
Фото: ru.ntcdoon.org