+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
5 Май 2022, 15:55

Аҡҡошто атҡандар!

Кисә был хаҡта Баймаҡ районының «Ирәндек совхозы» төркөмө социаль селтәрҙән хәбәр иткән.

«Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы янындағы Өскүл буйында мылтыҡ менән аҡҡошто атҡандар. Фотоһүрәттәр тәфтишселәргә ебәрелде, ә яралы ҡош күл буйында тоғро пары менән ярҙам көтә.

Фото квадрокоптер ярҙамында күл өҫтөнән төшөрөлдө. Аҡҡошҡа ярҙам кәрәк!»

Был хәл кисә булған.  Хәҙер инде ярҙам да иткәндәрҙер. Ә бына төркөмдә нимә яҙалар:

«Ата аҡҡошҡа ярҙам итһәгеҙ, инә аҡҡошон да ҡалдыра күрмәгеҙ, икеһен бергә алығыҙ, уларҙы айырырға ярамай…

Йә, Хоҙай, ашарға ризыҡ бөткәнме ни?..

Ай, Аллам, шулай уҡ бер ниндәй ҙә изгелек ҡалманымы икән был донъяла?..»

Тормошта, мәҫәлән, йәштәр өйләнешкәндә гел уларға аҡҡоштар мөхәббәте теләйҙәр. Юҡҡа түгел бит.  Улар  — тоғро ҡоштар! Донъяла иң юғары төшөнсә бит мөхәббәт! Тимәк, аҡҡошто атҡан кешенең йәне юҡтыр… Ул — ҡаты бәғерле, ҡәбәхәт… Аҡҡош изге ҡош һанала, уға тейергә ярамай. Шуны онотмаһындар ине!

Аҡҡошто атҡандар!
Аҡҡошто атҡандар!
Аҡҡошто атҡандар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: