+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
27 Июль 2023, 13:55

Башҡортостанда йәй уртаһында муйыл сәскә ата башланы

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡыҙарып сейә бешкән, халыҡ бесән эшләп йөрөгән мәлдә муйыл ағастары ап-аҡ сәскәгә төрөндө. Тәбиғәттәге был мөғжизәле күренешкә аңлатма эҙләп, биология фәндәре кандидаты Айрат Хөсәйеновҡа мөрәжәғәт иттек.

- Айрат Фәһимович, йәй уртаһында муйылдың сәскә атыуын ғәҙәттән тыш хәл тип әйтергә буламы?

-  Тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Мәҫәлән, үҫемлектәр беҙҙең һымаҡ календарҙағы датаға, ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыу-ҡайтмауына ҡарамай, ә үҙҙәренең тәбиғи ритмы буйынса йәшәй. Ул тәбиғи ритм яҡты көндөң оҙонлоғона бәйле.

Быйыл яҙ иртә килде. Апрелдә һәм майҙа көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡар һыуҙары ла тиҙ бөттө һәм ергә һеңеп өлгөрмәне. Өҫтәүенә, ҡайһы бер райондарҙа йәйҙең беренсе яртыһында ямғырҙар булманы. Ергә дым етмәгәс, муйыл сәскә ата алманы. Тағы ла ул сәскә атыр саҡта ҡапыл көндәр һыуытып торҙо.

Йәйҙең икенсе яртыһы йылы килде һәм ямғырҙар башланды. Һуңғы көндәрҙәге ыңғай тәбиғәт шарттары үҫемлектәргә яңы һулыш өрҙө.

Ғөмүмән, быйылғы яҙ һәм йәй аномаль булып сыҡты. Башҡа төр туғай һәм урман үҫемлектәренең дә сәскә атыу ваҡыты үҙгәрҙе. Мәҫәлән, муйыл һуңлап сәскә атһа, ҡайһы бер үҫемлектәр, киреһенсә, ваҡытынан иртә сәскәләнде.

Тәбиғәт ҡанундары шундай: бар тереклек үҙенең тоҡомон арттырырға, дауамын ҡалдырырға ынтыла. Ваҡытында сәскә ата алмаған муйылдар ҙа, тимәк, яҡшы шарттар барлыҡҡа килеү менән мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырышҡан.

Дуҫтар, видеоның авторҙарын таныусылар бармы? Һеҙҙә муйыл сәскә аттымы? Был хаҡта «Йәншишмә» гәзитенең Бәйләнештәге төркөмөндә яҙығыҙ.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: