+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
1 Декабрь 2017, 15:49

Йомғаҡ яһар мәл етте

Роза БАЙЙЕГЕТОВА, Баймаҡ районы Йомаш мәктәбенең «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы етәксеһе:– Йылдың ошо исемдә үтеүе бик яҡшы этәргес булды. Планлаштырылған күп эштәрҙе башҡарҙыҡ. Белем усағыбыҙҙа оҙаҡ йылдар мәктәп урмансылығы эшләп килә. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын асып, февралдә етәкселәр өсөн «Планета яҙмышы – беҙҙең ҡулда» тигән район семинарын ойошторҙоҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек.


Роза БАЙЙЕГЕТОВА, Баймаҡ районы Йомаш мәктәбенең «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы етәксеһе:

– Йылдың ошо исемдә үтеүе бик яҡшы этәргес булды. Планлаштырылған күп эштәрҙе башҡарҙыҡ. Белем усағыбыҙҙа оҙаҡ йылдар мәктәп урмансылығы эшләп килә. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын асып, февралдә етәкселәр өсөн «Планета яҙмышы – беҙҙең ҡулда» тигән район семинарын ойошторҙоҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек.

Мәктәп урмансылыҡтары араһындағы республика конкурсында ла һынатманыҡ. Матбуғат биттәрендә мәктәп урмансылығы эшен һәйбәт яҡтыртҡаныбыҙ өсөн махсус номинацияға лайыҡ булдыҡ. Тирә-яҡты һаҡлау темаһына яҙылған ижади эштәребеҙ «Экорост», «Һаҡмар» гәзиттәрендә даими баҫылып торҙо. Өфөлә үткәрелгән слётта ла ҡатнашып, дүрт Почёт грамотаһы менән бүләкләндек. Балалар фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла көсөн һынаны. Наҙгөл Тойғонова, Азалиә Йәналина, Гөлзидә Барлыбаева I, II урындар яулауға ирешһә, Айтуған Байсыуаҡов «Йәшел планета» республика бәйгеһендә диплом алып ҡыуанды. Уның атаһы ла, ағаһы ла – урмансылар. Әле был эште малай үҙе лә дауам итә.

Урмансылар Йәноҙаҡ Азаматов, Дамир Байсыуаҡовтар, урмансылыҡта шөғөлләнгән балалар менән башта 11 гектар, унан тағы өҫтәп, 5 гектар ҡарағай үҫентеләре лә ултырттыҡ. Был көндәрҙә уҡыу­сылар дәрестәрҙән азат ителде. Башҡарған эштәре өсөн йәш урмансыларға күпмелер аҡса түләнде, шунан файҙаланып, белем усағында урмансылар көнөн дә билдәләп киттек. Әле филиалдарыбыҙ – Сәйғәфәр, Юлыҡ мәктәптәре менән фәнни-ғәмәли конференция үткәреп, йылды йомғаҡлап ҡуйырға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Алдағы йылдарҙа урмансылар менән берлектә шишмәләрҙе лә таҙарта башларға уйлап торабыҙ.

Ғәҙилә КИНЙӘБАЕВА, Бөрйән районы Яңы Собханғол мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы:

– Экология йылы булғанлыҡтан, быйыл тәбиғәтте һаҡлауға бағышланған күп саралар үткәрелде. Үҙебеҙҙең мәктәптә генә викторина, «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ» тигән темаға синыф сәғәттәре уҙҙы, башланғыс синыфтар өсөн «Беҙ – тәбиғәт һаҡсылары» тигән КВН уйынын ойошторҙоҡ. Мин үҙем район кимәлендә һүрәттәр конкурсында ҡатнаштым. Шаттар һәм тапҡырҙар уйынында командабыҙ II урынды яулап һөйөндө. Йыл буйына тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәләрҙә әүҙем ҡатнаштыҡ.


Г. РАМАҘАНОВА яҙып алды.

Читайте нас: