+1 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2017, 19:02
Тамаша ҡыҙыҡ булды
Экология йылы тамамланып килә. Уға арнап беҙҙең «Толпар» балалар баҡсаһында, йомғаҡлау сараһы булараҡ, бәләкәй спектакль күрһәтелде. Билдәле урыҫ яҙыусыһы Иван Крыловтың «Сиңерткә һәм ҡырмыҫҡа» әҫәрен хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Шул мәҫәл сәхнәләштерелде.
Экология йылы тамамланып килә. Уға арнап беҙҙең «Толпар» балалар баҡсаһында, йомғаҡлау сараһы булараҡ, бәләкәй спектакль күрһәтелде. Билдәле урыҫ яҙыусыһы Иван Крыловтың «Сиңерткә һәм ҡырмыҫҡа» әҫәрен хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Шул мәҫәл сәхнәләштерелде.
Ер йөҙөндәге һәр тереклек, һәр бер йән эйәһе, шул иҫәптән бөжәктәр донъяһы ла, йәйге осорҙа мәж килә. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, ҡәҙерен белеп ҡалырға, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк. Быны автор тырыш ҡырмыҫҡалар миҫалында күрһәтә. Йәйҙе күңел асып ҡына бер ғәмһеҙ үткәргән, кемгәлер ышанып, әҙерләнмәйенсә генә ҡышҡа инеп барған сиңерткә хатаһын аңлай, һуңлап булһа ла эшкә тотонорға һүҙ бирә. Был ролде бөтә нескәлектәре менән үтә лә оҫта башҡарған Ләйлә Нәбиуллинаға: «Афарин!» – тип әйтәһе генә ҡала.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнөң бәләкәс артистарының һәр образды тейешле кимәлдә аса белеүе, оҫта уйнауы ата-әсәләрҙе лә, килгән ҡунаҡтарҙы ла һоҡландырҙы. Был сараға балалар ентекле әҙерләнде, үҙҙәренә костюмдар тектерҙе.
Мәҫәлде юғары кимәлдәге сәхнә күренешенә әүерелдергән тәжрибәле, эҙләнеүсән уҡытыусы – музыка етәксеһе Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы Мерәҫоваға, тәрбиәсе Юлиә Солтан ҡыҙы Рәсүлеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уңыштар һеҙгә!
Альбина БАЙМОРАТОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...