Беренсе көндө балалар ирекмәндәрҙең эше тураһында һөйләште. Һуңынан үҙҙәре араһындағы уңған, тырыш егет Фидан Әбүталиповты башлыҡ итеп һайлап ҡуйҙылар. Ярҙамсыһы – Нияз Билалов. Яҙыу эшен, йәғни сәркәтип вазифаһын, миңә йөкмәттеләр. Ә инде китаптарҙы тәртипкә килтереү, бөхтәлеген, таҙалығын тикшереү Ләйсән Билалова менән Айҙариә Мостафинаға ҡушылды. Һанап үткән уҡыусылар – барыһы ла VII синыф малайҙары һәм ҡыҙҙары.
Икенсе көнөнә ауыл китапханаһында Дублёрҙар көнө үткәрелде. Унда балалар үҙҙәре китаптар биреп, китапханасы эшен башҡарып ҡараны. Кескәйҙәргә лә, ололарға ҡарата ла яҡшы мөнәсәбәт күрһәттеләр. Китапханасы эшенең нескәлектәренә өйрәнделәр. Бер ҙә һынатманылар. Ирекмәндәр был эште тағы ла дауам итергә, тигән ниәттә күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.