+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2018, 16:20

Әгәр ирекмән булам, тиһәң…

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы иғлан ителеү айҡанлы беҙҙең мәктәптең IX «A» синыфы уҡыусылары Дим районында урынлашҡан 13-сө ҡала китапханаһында балалар өсөн ойошторолған кисәлә ҡатнашты.

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы иғлан ителеү айҡанлы беҙҙең мәктәптең IX «A» синыфы уҡыусылары Дим районында урынлашҡан 13-сө ҡала китапханаһында балалар өсөн ойошторолған кисәлә ҡатнашты. Кем ул ирекмән? Нимә менән шөғөлләнәләр? Күптәрҙе шундай һорауҙар борсой ине. Китапханасы апайҙары видеороликтар күрһәтте, иң кәрәкле мәғлүмәтте табып бирҙе.
«Ирекмән ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?» тигән һорауға яуапты бергәләп эҙләнеләр. Ауыр хәлдә ҡалған кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу кәрәклеген онотмаҫҡа һүҙ бирҙеләр.
Буласаҡ ирекмәндәр кисәне «Яҡшылыҡҡа юл» йыры менән тамамланы. Ирекмәнлек – ул күңел талабы. Һәр уҡыусы быны аңлағандыр, үҙе өсөн хәл иткәндер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.


Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: