Баш ҡаланың 232-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәрбиәселәре, ата-әсәләре менән бергәләп республика Хәрби Дан музейына сәйәхәткә барҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күпте белделәр. Бинаның үҙендә ҡуйылған экспонаттар ҙа дәһшәтле йылдарҙы хәтерләтә ине. Музей залындағы хәрби кейем-һалымдар, ҡорал өлгөләре ҡыҙҙар, малайҙарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы.