-25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
24 Август 2018, 13:35

Ауылыбыҙ ғорурлығы улар

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында иңгә-иң терәшеп 62 йыл бергә ғүмер кисергән Ғилминур инәй һәм Сәлихйән олатай Тулыбаевтар йәшәй. Улар 1956 йылда өйләнешә, алты бала: 2 ҡыҙ һәм 4 малай үҫтерәләр.

Сәлихйән олатай 1939 йылда донъяға килә. Тыуған ауылында башланғыс мәктәптә белем ала. Артабан Юлыҡҡа уҡырға бара, тик аслыҡҡа сыҙай алмай ҡайтып китә.

– Ауылда аҙ булһа ла ашарға табырға мөмкин. 1957 йылда артелгә рамсы булып эшкә барҙым. 1960 йылдан 20 йыл буйы Баймаҡ леспромхозында ағас йыҡтым. Унан 3 йыл һауыт яһау цехында – рамсы, 2 йыл столяркала эшләп,1994 йылда 40 йылға яҡын стаж менән хаҡлы ялға сыҡтым, – ти Сәлихйән олатай хәтирәләргә бирелеп.

Ошо эшләгән дәүерендә ул бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ә иң ҙур наградаһы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.

Сәлихйән олатай – ауылда иң оҫта йорт хужаһы, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Уның өйө һәр ваҡыт тәртиптә, ниндәй генә һырҙар менән биҙәлмәгән?!

– Бабайым ныҡ тәртипле, йомшаҡ һүҙле булды. 60 йылдан артыҡ татыу ғүмер иттек. Балаларҙы тәрбиәләгәндә бер ваҡытта ла тауыш күтәргәне булманы, 17 ейән-ейәнсәребеҙ, 21 бүлә-бүләсәрҙәребеҙ бар, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Ғилминур инәй.

Уҡыусылар менән йыш ҡына уларға ҡунаҡҡа ла барабыҙ. Тормош йомғаҡтарын тағатып, хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Был һоҡланғыс кешеләргә киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем.


Ләйсән ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, ауыл китапханасыһы.

Читайте нас в