+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2019, 13:15

Сәхнәлә – «Осҡондар» театры

– Шул хәтлем дә килештерер­ҙәр икән! Бигерәк оҫта уйнайҙар! Илкәнәй мәктәбенең «Осҡондар» театр түңәрәге ҡуйған тамашаларҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик ярата.

Йәш артис­тарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Ниндәй генә байрам булмаһын – 8 Мартмы, Еңеү байрамымы, Әсәйҙәр көнөмө – бер сараны ла ҡалдырмайҙар, түңәрәк етәксеһе Гөлдәр Шәмсетдинова апайҙары менән ниндәйҙер сәхнә әҫәре әҙерләп тә ҡуялар. Топонимик легендаға нигеҙләнеп яҙылған «Ай, Зәйнәбем»де, һуғыш осорондағы атай-олатайҙарҙың уйын-бейеүҙәрен күрһәткән «Һыу буйындағы уйындар»ҙы, «Һыу юлы»н сәхнәләштереүҙәрен күптәр оҡшатҡан. Юҡҡа ғынамы районда уҙған «Театр яҙы» бәйгеһендә гел беренселекте яуламайҙарҙыр, республика кимәлендә «Башҡортостан ынйылары» конкурсында ҡатнашып та призлы урындар алмайҙарҙыр.

– Яҙышыуым мәктәптә уҡыған саҡта «Башҡортостан пионеры»нан башланғайны. Һаман да ҡәләмемде ташламайым әле. Халыҡ ижадына таянып, үҙем сценарийҙар, әкиәттәр яҙып, уҡыусылар менән бергәләп ҡуябыҙ. Балалар өсөн яҙылған пьесалар бик аҙ. Театр түңәрәге ме­нән биш йыл эшләү дәүерендә бер тапҡыр ғына Сәрүәр Суринаның әҫәрен сәхнәләштерҙек, – ти Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы.

Ә кемгә ниндәй роль эләгә, тиһегеҙме? Уларҙы холоҡ-фиғелдәренә, һәләттәренә ҡарап, түңәрәк етәксеһе үҙе бүлә. Мин йәш тә инде, ни эшләп өлкәндәр ролен бирәһегеҙ, тип үпкәләгәндәре лә бар. Уларға етәкселәре: «Етди холоҡлоһоң, һиңә өләсәй роле килешәсәк», – тип аңлата.

Йәш артистарға, ысынлап та, һүҙ тейҙерерлек түгел икән. Күбеһе йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарында уйнауға маһир. Мәҫәлән, туғыҙынсы синыфта уҡыусы Азалиә Араптанова йырлай, ҡумыҙҙа оҫта сиртә. Руфина Айытова, Наил Ҡотоновтар ҙа һәр яҡлап шәп. Образдарҙы бик матур итеп асып, ролдәрҙе килештереп башҡаралар.

Әлегә ауыл, районды таң ҡалдырған йәш артистарҙы киләсәктә республика сәхнәләрендә лә күрергә яҙһын.

Г. ИБРАЕВА.

Көйөргәҙе районы.
Читайте нас: